9 декабрь, Йома

12 июль 2012 йыл, 12:28

Республика вәкилдәре Екатеринбургта «ИННОПРОМ-2012» форумында ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы делегацияһы бөгөн, 12 июлдә, Екатеринбургта асылған «ИННОПРОМ-2012»  III Урал халыҡ-ара күргәҙмәһендә һәм форумында ҡатнаша. Форумдың төп темаһы — «Технологиялар кешеләр өсөн: киләсәкте планлаштырабыҙ – киләсәк төҙөйбөҙ».

«ИННОПРОМ–2012» форумының эш программаһы бихисап түңәрәк өҫтәлдәрҙән һәм презентацияларҙан тора. Унда ҡатнашыусылар алдағы бер нисә йылда, шулай уҡ тиҫтәләрсә йылдан һуң донъяның, технологияларҙың, сәнәғәт менән иҡтисадтың нисек үҙгәрәсәген тикшерәсәк, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең яңыртылыуына бәйле заман талаптарына ярашлы булыу өсөн компанияларға һәм дәүләткә ниндәй сараһын күрергә кәрәклеге тураһында фекер алышасаҡ.

Рәсәй Хөкүмәтенең һәм илдең алдынғы төбәктәренең етәкселәре, корпоратив идара итеү һәм һөнәри белем биреү өлкәһе лидерҙары, эре предприятиелар башлыҡтары, танылған Рәсәй һәм сит ил эксперттары һөйләшеүгә саҡырылған.

Сара «Екатеринбург-Экспо» күргәҙмә комплексында үтә. Форумда ҡатнашыусылар экспозиция менән танышҡандан һуң « Рәсәй экспортының яңы мөмкинлектәре» семинарында ҡатнашасаҡ, артабан уларҙы «Сәнәғәт тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү» һәм «Рәсәйҙең заманса инжиниринг үҙәктәре» кеүек түңәрәк өҫтәлдәр көтә.

Сәнәғәт буйынса координация советының «Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына арналған ултырышы бөгөнгө көндәге төп ваҡиға буласаҡ.