Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юл төҙөлөшөндә яңы технологиялар ҡулланыла

Иҡтисад

Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөндә яңы технологиялар ҡулланыла башланы. Эксперименталь участкалар сифатында Өфө районының Таптыков ауылы һәм Борай ауылы янындағы  юлдар һайланған. «Башинформ» агентлығына БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, был участкаларҙа тупраҡты нығытыу технологиялары ҡулланыла.

— Был Европа стандарттарына яуап биргән өр-яңы технология. Уның арҡаһында грунттың ауырлыҡты күтәреүгә һәләте арта, — тип билдәләне ул. – Тупраҡты тотороҡландырыу юлдарҙың ныҡлығына йоғонто яһай һәм ошоноң арҡаһында артабан уларҙы төҙөк хәлдә тотоуға сығымдарҙы кәметә. Был технологияны ҡулланыу практикаһының кәрәгеүе лә ихтимал, сөнки республиканың төньяғында юл төҙөлөшө материалдарына бәйле билдәле ҡыйынлыҡтар бар.

Яңы технологиялар лабораторияла һынау үткән. Бөгөнгө көндә ике юл участкаһында ла ентекле мониторинг алып барыла.

—Юлдарға яуым-төшөмдәрҙең, төрлө массалағы автомобилдәрҙең нисек йоғонто яһауын практикала асыҡларға кәрәк. Бөтөн процесс күпмелер ваҡытты аласаҡ. Ошонан һуң ғына сериялы производство мәсьәләһен хәл итергә мөмкин, — тип белдерҙе БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть