9 декабрь, Йома

12 июль 2012 йыл, 9:36

Үҙәк баҙарҙа зыян күргән Крымск халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләй

автор: Розалия Вәлиева

«Үҙәк» сауҙа комплексының беренсе ҡатында урынлашҡан гардеробта 13 июлдән 17-һенә тиклем Һыу баҫыуҙан зыян күргән Крымск халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләйәсәк.

Төрлөсә ярҙам күрһәтергә: махсус иҫәпкә аҡса күсерергә, кейем, аяҡ кейеме, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек продукцияһы, медикаменттар алып килергә мөмкин. Иң кәрәкле әйберҙәр: йылы юрғандар, әйберҙәр, кейем (футболка, шорты, майка, салбар), ҡыуыштар, түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамалдар, һабын, балаларға әйберҙәр, аяҡ кейемдәре (резина итек, кәлүш, ололар һәм балалар өсөн аяҡ кейеме), памперстар, еүеш салфеткалар (балалар өсөн), бер тапҡыр ҡулланылыусы йүргәктәр, антисептик салфеткалар, аҙыҡ-түлек (консервалар, тиҙ әҙерләнеүсе бутҡалар, шәкәр, тоҙ, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, икмәк, сохари), балалар аҙығы (имеҙлек менән шешәләр, балалар өсөн тәғәйенләнгән ит консервалары, шешәләргә тултырылған һыу). Дарыуҙар — бинттар, мамыҡ, медицина гипсы, антисептиктар, антибиотиктар, тетрациклин, нитроксолин, левомицитин, фуразолидон, кофеин, кордиамин, коргликон, эуфедрин, нитросорбидтар, ауыртыуҙы баҫыусы препараттар, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе дарыуҙар (Баралгин, Спазган), нейролептиктар (фенозепам, клонозепам, омнопон), гипотензив һәм тән температураһын төшөрөүсе препараттар, лоперамид (имодиум), фталазол йәки левомицетин, баралгин йәки но-шпа, диабетиктар өсөн дарыуҙар, прокладкалар, техник ҡулайламалар (ҡояш нурҙарынан энергия алыусы аккумуляторҙар, башҡа төрлө аккумуляторҙар, электрогенераторҙар), һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн таблеткалар, шырпы, майшәм, фонарҙар, зажигалкалар, бер тапҡыр ҡулланылыусы һауыт-һаба, термостар кәрәк.

Пункт иртәнге 10-дан киске 9-ға тиклем эшләй.  

Йәнә гуманитар ярҙам йыйыу пунктында эшләү өсөн волонтерҙар кәрәк. Бөтә һорауҙар буйынса 8-917-77-80-004 телефонына шылтыратырға мөмкин.