9 декабрь, Йома

11 июль 2012 йыл, 17:03

«Морат» тау саңғыһы трассаһына яһалма ҡар түшәләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Белорет районының «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә яһалма ҡар яуҙырыу системаһын ҡуйыу эштәре башланды. Ошо система ярҙамында октябрҙән алып апрелгә тиклем барлыҡ дүрт трасса ла, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәне лә идеаль хәлдә буласаҡ, тип хәбәр итте БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Ледяйкина. Алдағы миҙгелгә был трассаларҙың яҡтыртыу системаһын монтажлау һәм ҡуйыу,  Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубы филиалының өс ҡатлы бинаһын реконструкциялау ҙа планлаштырыла .

Октябрҙә тау саңғыһы үҙәге өй туйлай һәм спортсыларҙы, әүҙем ҡышҡы ял яратыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.

Ҡарағай урманында урынлашҡан был база электән эшләй һәм үҙенең бай тарихы менән дан алған. Совет заманында бында бөтә Союз кимәлендәге ярыштар үткәрелгән һәм етди тау саңғыһы мәктәбе эшләгән. Уның өс тәрбиәләнеүсеһе Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.