7 декабрь, Шаршамбы

11 июль 2012 йыл, 15:40

БР буйынса Эске эштәр министрлығы 13 июлдә граждандарҙы ҡабул итә

автор: Розалия Вәлиева

13 июлдә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә мөрәжәғәт итеүселәрҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы,

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Рәсүл Ҡарабулатов һәм төбәктең Эске эштәр министрлығы полицияһы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Радик Шаймөхәмәтов ҡабул итә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Өфөләге 279-40-93 телефоны аша алдан яҙылып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ала алаһығыҙ. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Ленин урамы, 7, (Коммунистик урамынан инергә). Ҡабул итеү 15 — 17 сәғәттәргә билдәләнгән.

темалар: ҡабул итеү