4 декабрь, Йәкшәмбе

11 июль 2012 йыл, 13:35

Республикала биоҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы төҙөләсәк

автор: Любовь Колоколова

Благовар районында биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса завод төҙөләсәк. Уның ҡеүәттәре йылына 50 мең тоннаға етә. Был турала «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла БР Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев хәбәр итте.

Биоҡалдыҡтар эшкәртеү предприятиеһында ит-һөйәк оно һәм туң май етештереләсәк. Он – мал аҙығына өҫтәмә, ә туң май биологик яғыулыҡ булараҡ ҡулланыласаҡ. Ветеринарҙар теге йәки был сәбәп буйынса бракка сығарып, баҙарҙа йәки сауҙа нөктәләрендә һатыуға сығарыуҙы тыйған мал түшкәһе эшкәртеүгә оҙатыласаҡ. Быға малдың һәм ҡош-ҡорттоң ауырыуы, итте һаҡлау шарттарының боҙолоуы һөҙөмтәһендә продукцияның сифаты төшөүе сәбәпсе була ала. Малдың тояҡтары, мөгөҙҙәре лә биоҡалдыҡтарға инә.

— Республикаға бындай завод ныҡ кәрәк, сөнки биоҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһе беҙҙә киҫкен тора, — тине Вәкил Буранбаев.