Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

«Урал» волейбол клубы үҙенең йәштәр командаһына лайыҡлы исем эҙләй

Йәмғиәт

«Урал» волейбол клубы үҙенең йәштәр командаһы өсөн иң яҡшы исемгә конкурс иғлан итте.

Клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙенсәлекле исем уйлап, уны press@volleyufa.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Хатығыҙҙа исем-шәрифегеҙҙе, шулай уҡ бәйләнеш өсөн телефондарҙы һәм тулы адресығыҙҙы күрһәтеү һорала.

Еңеүсе йәштәр командаһының үҙенсәлекле майкаһын аласаҡ.

Иң яҡшы исемде тренерҙар штабы һәм клуб етәкселәре һайлай. Әгәр һайланған исемде бер юлы бер нисә кеше ебәрһә, бүләк уны тәүгеләрҙән булып тәҡдим иткән кешегә биреләсәк. Конкурсҡа варианттар 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть