5 декабрь, Дүшәмбе

11 июль 2012 йыл, 12:04

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Башҡортостандың баш ветеринары яуап бирҙе

автор: «Башинформ» | фото: Ринат Искужин

Шаршамбы, 11 июлдә, «Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһында интернет ҡулланыусыларҙың һорауҙарына БР Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев яуап бирҙе.

Баш ветеринар дәүләт ветеринар учреждениеларының эшен, шул иҫәптән бөтөн республика биләмәһендә малсылыҡ өлкәһендәге ветеринар хеҙмәтләндереүҙе контролдә тота. Уның ведомствоһының төп бурысы –Башҡортостанда мал ауырыуҙарын таратмау. Малсылыҡ продукттарының һәм сеймалының хәүефһеҙлеге мәсьәләһе лә «Ижтимағи электрон гәзит» ҡунағының компетенцияһында.

Республиканың баш ветеринары һорауҙарға онлайн режимында яуап бирҙе, уның яҙмаһын һуңыраҡ «Онлайн-конференциялар архивы» бүлегендә табып буласаҡ. Вәкил Буранбаевтың гәзит уҡыусылар менән аралашыуынан видеотрансляция «Башинформсвязь» йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырылды. Эфирға эләкмәгән һорауҙар Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығына тапшырыласаҡ, ведомство башлығы имзаһы менән яуаптар һуңынан «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә донъя күрәсәк.