9 декабрь, Йома

11 июль 2012 йыл, 11:30

Архангел районы «Турфест-2012» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай

автор: Эльмира Сабирова

«Турфест-2012» XXII асыҡ республика йәштәр фестивале кесаҙна, 12 июлдә, асыла. Ул былтырғы кеүек үк Архангел районының Абҙан ауылы янында үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аныҡлауҙарынса, «Турфест-2012» фестивалендә республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат, Нефтекама ҡалаларынан, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондарынан, шулай уҡ Ханты-Мансийскиҙан командалар ҡатнаша.

Слет, ғәҙәттәгесә, ике өлөштән тора. Спорт программаһы сиктәрендә командаларға йәйәүлеләр, велосипед, һыу дистанцияларын үтергә һәм туриадала ҡатнашырға тура киләсәк. Йәштәрҙе йәнә автор йырҙары, «Визитка», «Бивак» һәм «Фотография»  конкурстары кеүек  ижади ярыштар ҙа көтә.  

Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған быйылғы фестиваль 15 июлдә ябыла.

Былтыр «Турфест»та бөтә республиканан 15 команда һәм Ханты-Манси автономиялы округынан бер команда ҡатнашты. Өфөнөң Киров районы йәштәре фестивалдең абсолют еңеүсеһе тип табылды, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең командаһы – икенсе, «Кама» командаһы (Краснокама районы) өсөнсө урын яуланы.

темалар: турфест,йәштәр