10 декабрь, Шәмбе

11 июль 2012 йыл, 11:04

Башҡортостан Президенты талабы буйынса «Өфө — Аэропорт» юлында ремонт эштәре туҡтатылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән «Өфө-Аэропорт» трассаһындағы ремонт эштәрен туҡтатып торҙо. Быға үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре сәбәпсе — тикшереү барышында сифатһыҙ юл япмаһы һалыныуы асыҡланды. Асфальт ныҡлығы норманан 25-30 процентҡа түбәнерәк булып сыҡты.

— Был йыл ярым – ике йылдан һуң унда тағы тәгәрмәс эҙҙәре барлыҡҡа киләсәк, һәм «Өфө-Аэропорт» юлындағы асфальтты яңыртыуға тағы 400 миллион һум эҙләргә кәрәк буласаҡ, тигәнде аңлата, — тине республика башлығы. — Ике йыл һайын бындай участкаларға асфальт һалыуға 400-шәр миллион һум йүнәлтергә беҙ бай түгел. Ундағы юлдар ун, иң яҡшыһы 15 йыл ятырға тейеш, мөмкин булһа, әлбиттә.

Президент асфальт һалыу технологияһын тиҙ арала ГОСТ-ҡа ярашлы хәлгә килтерергә ҡушты. Белгестәр әйтеүенсә, битумға юл япмаһына ныҡлыҡ биреүсе өҫтәмәләр һалып бөтөрөлмәгән. Хәҙер подрядсы иҫәбенә бығаса һалынған асфальт урынына яңынан ныҡлыһын һалырға, шулай уҡ подрядсылар менән эштәрҙе ҡаты контролдә тоторға кәрәк. Юл төҙөүселәрҙе даими контролдә тотоу өсөн Башҡортостан Президенты Өфөлә даими рәүештә эшләйәсәк төҙөлөш һәм юл эштәренең сифатын контролдә тотоусы махсус лаборатория асырға ҡушты.  

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итеүенсә, юл япмаһының аҫҡы һәм өҫкө ҡатламы ГОСТ талаптарына яуап бирмәгән. Түбәнге ҡатлам буйынса асфальт-бетон ҡушылмаһы әле ГОСТ-ҡа еткерелгән, әлеге ваҡытта фрезерлау һәм аҫҡы ҡатламын һалыу эштәре алып барыла.

— Өҫкө ҡатламын ҡырсынташ, мастика һәм бетон ҡушылған асфальттан һалырға ҡарар ителде. Бөгөн аҫҡы ҡатламын һалыу эштәре бара. Юл республика халҡы өсөн оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итһен өсөн, эштәр сифатын бынан һуң да тикшереп торасаҡбыҙ, — тине Ильяс Мөниров.