7 декабрь, Шаршамбы

11 июль 2012 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов «Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһында булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

10 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһында булды. Республика башлығы предприятие корпустарын, уҡыу үҙәген, тәжрибә производствоһын, резервуар паркын ҡараны, бүлектәр эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ институт коллективы менән аралашты.

Институт директоры Эльшат Теләшев төбәк башлығына предприятие эшмәкәрлеге һәм уның ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, институт бюджеттан финанслау алмайынса ла һөҙөмтәле эшләй. Ошо уҡ ваҡытта предприятиеның эске тулайым продукты ла арта.

— Институт эштәренең тематикаһы нефтте эшкәртеүгә әҙерләү һәм уны беренсегә эшкәртеүҙән алып икенсел процестар комплексына тиклем нефть эшкәртеү технологияларының бөтә спектрын да үҙ эсенә ала, ә эшкәртеү тәрәнлеге – фундаменталь тикшеренеүҙәрҙән башлап ҡулайламалар төҙөүгә тиклем. Йәғни бөтөн инновацион цикл ҡаралған, — тип билдәләне Эльшат Теләшев. — Институт эшмәкәрлеге, башлыса, нефть һәм газ тармағына ҡайтып ҡала. Уға углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү технологиялары, процестар, ҡорамалдар, нефть сығарыу, транспортлау һәм уны тәрән эшкәртеү өсөн реагенттар инә. Аҙ тоннажлы нефть химияһы продукцияһы етештереүгә, фәнни приборҙар эшләүгә, белем алыуға ла етди иғтибар бирелә. Был өлкәләге эштәр тикшеренеүҙәр үткәреү, эшләнмәләр, проектлауҙар, етештереү юлы менән тормошҡа ашырыла.  

Рөстәм Хәмитов Институттың күп профилле,ҙур һәм ҡыҙыҡлы предприятие булыуын билдәләне.

— Власть — етештереү — фән кеүек классик өсмөйөш бар. Фән беҙҙә бер аҙ артта ҡалды, әммә ул бөгөн яңынан аяҡҡа баҫа. Үҫеш күрһәтеүсе һеҙҙең институт – быға асыҡ миҫал, — тине Президент. – Үткән быуаттың 90-сы йылдары фән өсөн ауыр осор булды. Кешеләр бушҡа тиерлек эшләне. Хәҙер заман үҙгәрҙе, көрсөктө йырып сыҡтыҡ, ғилми коллективтар күтәрелә башланы.

Әммә, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөнгө көндә бюджетта фәнгә ҙур урын бирелмәй. Уның һүҙҙәренсә, республикаға социаль өлкәнән тыш нимәнелер етди кимәлдә финанслауы ауыр булһа ла, был хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш.

Президент дәүләт ойошмаһы булған предприятиеның уңышлы һәм планға ярашлы үҫешеүен дә билдәләп үтте.

— Бөгөн һеҙҙең институтты хосусилаштырырға теләүселәр ҙә күп булыр. Ләкин мин эшләгән ваҡытта һеҙҙең предприятие артабан да ошо формала эшләүен дауам итәсәк, тип гарантиялай алам, — тине республика башлығы. — Бынан тыш, фән менән властың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү форматын уйларға кәрәк. Беҙгә икенсе динамика, башҡасараҡ үҫеш кәрәк. Донъялағы иң алдынғы институттарҙың береһенә әйләнһен өсөн барыһын да эшләү мөһим. Был тиҫтәләрсә йылдар талап итәсәк, әммә һеҙ әле үк дөрөҫ юлда.

Республика Президенты институтты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләүҙә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов предприятие хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

темалар: бр президенты