7 декабрь, Шаршамбы

10 июль 2012 йыл, 18:01

Межгорье ҡалаһы хакимиәтендә үҙгәрештәр

автор: «Башинформ»

10 июлдә Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге ҡала округы Советы ултырышы үтте, унда хакимиәт башлығының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.

Совет ҡарары менән Борис Казеев, үҙ теләге менән отставкаға китеүе сәбәпле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды.

Совет депутаттары Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса  Виктор Панченкоға йөкмәтте. Ул хакимиәт башлығы бурысын ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнгән кеше үҙ эшен ҡабул итеп алғанға тиклем башҡарасаҡ.