4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2012 йыл, 17:38

Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларын комплекслы үҙләштереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

10 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов арзан торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу өсөн Өфөлә перспективалы территорияларҙы комплекслы үҙләштереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, аныҡ ер участкалары, уларҙың торлаҡ төҙөүгә яраҡлы булыуы-булмауы, төҙөлөштөң иҡтисади яғы һәм башҡа төрлө мәсьәләләр ҡаралды.

Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенә төҙөлөш күҙалланған майҙандарҙы һыу баҫамы-юҡмы икәнен тикшерергә ҡушты. Һуңғы йылдарҙа төбәктә һыу баҫыу осраҡтары булмаһа ла, Ҡариҙелдә 40-50 йылға бер тапҡыр көслө ташҡындар булыуы ихтимал. Ошоноң арҡаһында Башҡортостан Президенты комплекслы үҙләштереү планынан һыу баҫыу ихтималлығы булған территорияларҙы һыҙып ташлауҙы, шулай уҡ дамбалар, башҡа төрлө гидротехник ҡоролмалар торошон даими контролдә тотоуҙы, халыҡты иҫкәртеү системаларының төҙөклөгөн тикшереүҙе талап итте.

Республика башлығы билдәләүенсә, бөгөн баҙарҙа торлаҡ дефициты күҙәтелә, хаҡтар юғары, кешеләр һатып ала алырлыҡ түгел.

— Дөйөм алғанда, был йүнәлештә эштәр бик насар бара. Бында үҙебеҙгә генә дәғүә белдерә алабыҙ. Беҙгә үткәндәргә һылтанырға, ерҙе һатып, таратып бөтөүҙәре, төрлө спекулянттарға бүлеп биреүҙәре тураһында һөйләргә кәрәкмәй, — тине Рөстәм Хәмитов.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә ер мөнәсәбәттәрендә Өфөлә коррупция хөкөм һөрә, уның һөҙөмтәһендә кешеләр ғазаплана — Өфөлә эконом-класындағы торлаҡ етмәй. Быйыл ғына беренсел торлаҡ баҙарында фатир хаҡы 10 процентҡа күтәрелгән.

Президент әйтеүенсә, «бындай хәл оҙаҡ ваҡыт ошо килеш ҡала алмай — уны кисекмәҫтән яҡшыртыуға тотонорға кәрәк. Бының өсөн властың бөтә нәмәһе лә – тәртип урынлаштырыу өсөн мөмкинлектәре лә, эштәрҙе ойоштороп, уны алға ебәреү мөмкинлеге лә бар».

— Өфөлә, быны бөгөн үҙебеҙ ҙә күрәбеҙ, бөтөнләй буш майҙандар юҡ тиерлек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Халыҡты ла, ҡала властарын да йонсотоп, йорттар араһындағы айырым урындарҙа төҙөлөш алып барыла. Йәиһә ҡола яландағы үҙләштерелмәгән территорияларҙа, унда инфраструктура ла, юлдар ҙа – ғөмүмән, бер нәмә лә юҡ. Республика һәм ҡала инфраструктура төҙөү бурысын үҙ өҫтөнә ала ала, әлбиттә. Юлдар, газ, һыу үткәргестәр, канализация төҙөү, электр энергияһы буйынса йөкләмәләрҙе. Беҙгә тиҙ арала комплекслы төҙөлөш башларлыҡ ер табырға кәрәк. Мин «тиҙ» һүҙен тағы бер ҡабатлайым, сөнки беҙҙең өсөн башҡа варианттар юҡ.

Президент әйтеүенсә, «торлаҡ төҙөү — Өфө ҡалаһында беренсе урында торған мәсьәлә. Ҡалғандарын ситкә ҡуйып, торлаҡ менән генә шөғөлләнергә кәрәк».

— Уҙған йыл ярым ваҡыт был проблеманы хәл итеү варианттарының булыуын күрһәтте, әммә эш дөрөҫ ойошторолмаған, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бөткөһөҙ хат алышыу, бәхәстәр, яуаплылыҡты бер структура иңенән икенсеһенә һалыу, коммерция структуралары менән альянстар булдырырға маташыу һәм башҡаһы. Шуға күрә был хәлдән нисек сығыу, нимә эшләү тураһында уйлашайыҡ.

Президент фекеренсә, «Өфөнө киңәйтеү мөмкинлеген ҡарарға, Ағиҙел, Ҡариҙел аръяғына сығырға, күперҙәр, юлдар, инфраструктура объекттары төҙөргә кәрәк. Быларҙың барыһына ла ҙур суммала аҡса кәрәк. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, республикала һәм, атап әйткәндә, Өфөлә торлаҡҡа бәйле хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн генә яҡынса утыҙ миллиард һум аҡса талап ителәсәк. Тәү ҡарашҡа сумма бигерәк ҙур һымаҡ. Әммә, икенсе яҡтан, был аҡсаның тармаҡҡа бер, хатта ике йылда түгел, ә биш-ете йылда килергә тейешлеген дә аңлайбыҙ. Ошонан сығып ҡарағанда, бындай эште башҡарып сыға алыуыбыҙ аңлашыла. Һәм уны үтәргә кәрәк. Башҡортостан кеүек бай, ҡеүәтле республика бындай ҙур мәсьәләләрҙе «күтәрергә» хаҡлы, — тип бурысты билдәләне республика башлығы. Шул уҡ мәлдә ул: «был йүнәлештәге хәлдәрҙең нисек үҫешкәнен шәхсән үҙем күҙәтеп барасаҡмын», — тип иҫкәртте.