10 декабрь, Шәмбе

10 июль 2012 йыл, 16:02

Республиканың 19 районында ураҡ эштәре алып барыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың тағы 6 районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуға төштөләр. Дөйөм алғанда әле 19 район баҫыуҙарында ураҡ эштәре алып барыла. Туғыҙ район игенселәре иген һуғыуға төштө.

Аграр ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, шишәмбегә ҡарата 12,1 мең гектар майҙанда ужым арышы һәм борсаҡ сабылған, пландың был бер процентын тәшкил итә. 3,8 мең гектарҙа иген һуғылған.

Игендең уртаса уңышы гектарынан 13,8 центнерға тиң, ә һуғып алынған иген 5,3 мең тоннанан ашып киткән.

Ураҡта көйөргәҙеләр алда килә, улар 3000 гектарҙағы игенде (5%) яҫмаға һалһа, 2600 га майҙандан (5%) уңышты йыйып алған. Гектарынан уртаса 13 центнер уңыш алған Көйөргәҙе районы игенселәре 3300 тонна игенде һуғып та өлгөргән.