4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2012 йыл, 15:00

Башҡортостан йыл һайын 400 млн һумға тоҡомло мал һатып ала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары йыл һайын дүртешәр мең баш тоҡомло мал һатып ала. Бер баш һыйыр малының уртаса 80-100 мең тороуын иҫәпкә алғанда, йыл һайын был маҡсатҡа яҡынса 400 млн һум тотонола, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Беҙҙең республикала тоҡомло мал һатып алыу — малсылыҡты үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

— «500 ферма» республика программаһы тормошҡа ашырыла башлауы арҡаһында тоҡомло мал һатып алыу күрһәткестәре 5 мең баштан ашып китәсәк, — тип иҫәпләй БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.

Ауыл халҡы мул һөт биреүсе малдарҙы әүҙемерәк һатып ала. Әле Венгрия, Финляндия, Германия һәм Белоруссиялағы партнерҙар менән тоҡомло мал ҡайтарыуға килешеүҙәр төҙөлгән. Шулай уҡ үҙебеҙҙә үрсетелгән, шул иҫәптән республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында (республикала ошондай 125 хужалыҡ иҫәпләнә) аҫралған мал да ҙур һорау менән ҡуллана.

Ауыл хужалығы предприятиеларының тоҡомло мал һатып алыуға сығымдары ҙур булыуы арҡаһында, БР Ауыл хужалығы министрлығы был йүнәлеште субсидиялау, шул иҫәптән федераль бюджеттан субсидия юллау мөмкинлеген тикшерә.