3 декабрь, Шәмбе

10 июль 2012 йыл, 12:12

Башҡортостан малсылары һауым буйынса ике меңлек сикте үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йыл башынан алып һәр һәүкәштән республикала уртаса алғанда 2066 кг һөт һауылған. Уҙған йылдағына ҡарағанда был 230 килограмға күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың аграр ведомствоһында. Төбәктә мул һөт осоро дауам итә.

Малсылар бер һыйырҙан уртаса 13.4-шәр кг һөт һауып ала, был да уҙған йылдағы күрһәткескә ҡарағанда 400 грамға күберәк. Әлшәй, Бөрө, Бөрйән һәм Мәсетле районы ауыл хужалығы предприятиелары быйыл 2-3 килограмға күберәк һөт һауа. Иң юғары һауым Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында теркәлгән – бында һәр һыйырҙан 17,3 һәм 17,1 кг һөт һауыла.

Ярты йылда тулайым һауым 887657 тоннаға еткән. Шуларҙан 348738 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә.

Ғинуар башынан алып Башҡортостанда 361892 тонна һөт һатыуға сығарылған, шуларҙың 313600 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән һатылған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда күрһәткестәр 31414 тоннаға артҡан. Халыҡтан иһә 48292 тонна һөт һатып алынған.