4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2012 йыл, 11:55

Республика башлығы Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һалды

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Еңеү паркында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, Геройҙың туғандары, БР Хәрби комиссариаты вәкилдәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Тантана Рәсәй һәм Башҡортостандың гимндары менән асылды. Рөстәм Хәмитов Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Тантанаға йыйылғандар Геройҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

— Бөгөн беҙҙе бында бөйөк кеше — яҡташыбыҙ Муса Ғайса улы Гәрәев йыйҙы, — тип мөрәжәғәт итте килгәндәргә республика Президенты. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 меңләп кеше фронтҡа китте. Шуларҙың 300 меңгә яҡыны яу ҡырында ятып ҡалды. 284 яугирыбыҙ Советтар Союзы Геройы булды, һәм ни бары береһе – Муса Гәрәев – был юғары исемгә ике тапҡыр лайыҡ булды. Иң оҫта осоусы, 250-гә яҡын осош яһаған был кеше ҡурҡыу белмәүе, ҡаһарманлығы менән генә түгел, кешелеклелеге менән дә айырылып торҙо.

Уның әйтеүенсә, Муса Гәрәев ябай тормошта шат күңелле, аралашыусан булһа, һуғышта дошмандарға аяу белмәгән.

— Беҙ Башҡортостан еренең Советтар Союзына данлыҡлы осоусы һәм күренекле граждан биреүе менән ғорурланабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тыныс тормошта ул ДОСААФ эшмәкәрлеген ойоштора алды. Ул һәр ваҡыт балалар менән осрашып торҙо, бер быуын йәштәрҙең тәрбиәсеһе булды.

Башҡортостан Президенты ветерандарға, Геройҙың туғандарына һәм яҡындарына, Муса Гәрәев менән бергә эшләгәндәргә рәхмәтен белдерҙе.

— Муса Ғайса улы мәңгелеккә хәтерҙә ҡаласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Ә беҙ уның төплө уйланылған, кешелекле эштәрен даум итәсәкбеҙ.

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәлләмов, Башҡортостандың күп милләтле халҡы Муса Гәрәев менән ғорурлана һәм уны хөрмәтләп иҫкә ала, тип билдәләне. Геройҙың улы Евгений Гәрәев әйтеүенсә, Муса Гәрәев тәү сиратта үҙенең балалары өсөн өлгө булған: ул бик итәғәтле кеше, һәм һәр башлаған эшен уңышлы ахырына еткергән.

Артабан халыҡ парашютистарҙың һикергәнен күҙәтте, уларҙың икәүһе Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын тотҡайны. Тантана хәрби оркестр башҡарыуындағы «Авиаторҙар маршы» менән тамамланды.