10 декабрь, Шәмбе

10 июль 2012 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов Өфөнән күп балалы әсәгә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнән күп балалы әсә Гөлнара Бакироваға иҫәп буйынса 5617-се «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Тантана йола буйынса Республика Йортонда үтһә лә, форматы менән бығаса үткәндәренән ныҡ айырыла ине.

Эш шунда: республика башлығы миҙал тапшырыу тантанаһына Бакировтарҙың тотош ғаиләһен саҡырған, өй йылыһын һаҡлаусы ханымдан тыш, Хөкүмәт Йортона ғаилә башлығы Сергей Викторович һәм алты бала – 18 йәшлек Азалия, 15 йәшлек Анжелика, һигеҙ йәшлек Алина, биш йәшлек Анна, өс йәшлек Андрей һәм ике йәшлек Аделина ла килде.

— Ҙур ҡыҙым ғына килә алманы, быйыл ул мәктәпте тамамланы, документтарын институтҡа тапшырҙы ла, ваҡытын бушҡа үткәрмәҫ өсөн, йәйгелеккә эшкә урынлашырға ҡарар итте. Иртәнсәк уны эшкә урынлашыуға әңгәмәләшеүгә саҡырҙылар, — тип һөйләне Президентҡа Гөлнара Бакирова.

Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында күп балалы ғаиләнең нисек йәшәүе, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүе тураһында һорашты.

— Мин 207-се маршрут автобусында водитель булып эшләйем, — тип яуап бирҙе Сергей Бакиров. – Күп балалы атай булыуымды белгәнгә күрә, эштә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышалар.

— Миңә «Изгелек» халыҡты социаль хеҙмәләндереү комплекслы үҙәгендә ғаилә төркөмө ойошторорға тәҡдим иттеләр — беҙ тәғәйен мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына беркетеләсәкбеҙ, — тип әңгәмәгә ҡушылды Гөлнара Бакирова.

Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, Бакировтар ҡәйнәһе менән бергә ҙур булмаған ике бүлмәле фатирҙа йәшәүҙәре хаҡында әйтте.

Был теманы дауам итеп, Рөстәм Хәмитов бөтөн тейешле докуметтарҙы йыйып, күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бирелеүсе программаға инергә кәңәш итте.

— Ер кәрәк булһа, тимәк, әкренләп йорт төҙөйһөгөҙ инде, бында дәүләт тә ярҙам итер, кәрәкмәһә – һатырһығыҙ, фатирығыҙға өҫтәп, ул саҡта торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында ла уйларға була, — тине Президент.

Артабан Рөстәм Хәмитов миҙал һәм бүләктәр тапшырҙы, ә балалар Президент ҡулынан уйынсыҡтар алды.

Гөлнара менән Сергей Бакировтарҙың тормош ҡороуына 19 йыл. Ошо ваҡыт дауамында уларҙың ғаиләһендә һөйөү хакимлыҡ итә.

— Бер серебеҙ ҙә юҡ, — ти күп балалы әсә. – Иң мөһиме – беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ, хәстәрлек күрәбеҙ. Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек: иптәшемдең ғаиләһендә – өс, беҙҙекендә дүрт бала булды.

Әсәйҙең балаларына, хәләл ефетенә, йорт эштәренә ваҡыты етәме һуң, тигән һорауға, Гөлнара Бакирова ошолай тип яуап бирҙе:

— Ваҡыт етә. Шулай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, ауыр саҡтар ҙа була. Эшләүенә, арыуына ҡарамаҫтан, Сергей һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Аңлайһығыҙҙыр, балалар үҫтереү – бер өҙлөкһөҙ алып барылған мәшәҡәтле эш ул. Минең ялым да, отпускым да, яңғыҙ булырға ваҡытымда юҡ. Шулай ҙа бер ҙә үкенмәйем: балалар менән бергә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ ул! Береһе менән һөйләшергә, икенсеһенә әйтеп ебәрергә, өсөнсөһөнә кәңәш бирергә, дүртенсеһен ашатырға, бишенсеһе менән уйнап алырға, алтынсыһы менән серләшергә. Һеҙ ҙә беләһегеҙ инде, элегерәк балаларым: «Кемебеҙҙе нығыраҡ яратаһың?», — тип һорай торғайны. Ә мин һәр ваҡыт уларға, ҡулымда биш бармаҡ, ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тип яуап бирҙем. Барыһын да ныҡ итеп яратам! Ләкин һәр береһен үҙенсә. Минең таянысым — оло балаларым, улар үҙ аллы инде хәҙер. Күберәк иғтибар талап иткән кинйәләрем бар. Ә балаларым миңә һәр ваҡыт аңлап ҡараны. Һәр береһен яратырға, ярҙам итергә, иркәләргә ваҡыт табабыҙ, тип әйтергә теләйем.