3 декабрь, Шәмбе

10 июль 2012 йыл, 9:14

Рөстәм Хәмитов Краснодар крайындағы фажиғә уңайынан ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Краснодар крайы губернаторы Александр Ткачев адресына телеграмма ебәрҙе, унда Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм шәхсән үҙе исеменән һыу баҫыуы һөҙөмтәһендә һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуы тураһында әйтелә.

«Ҡурҡыныс фажиғә тураһындағы хәбәр бөтөн республика халҡының йөрәген әрнетте. Был ҡайғыға бәйле хис-тойғоларыбыҙҙы әйтеп аңлатыуы ла ҡыйын. Ошо матәм көндәрендә беҙ ҙә Краснодар халҡы, бөтә Рәсәй менән бергә ҡайғырабыҙ. Сәләмәтлегенә Зыян килгәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын, стихиялы ташҡындың эҙемтәләрен йырып сығыуҙа ҡыйыулыҡ һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ», — тиелә телеграммала.