4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2012 йыл, 17:07

Өфөлә Краснодар крайында ташҡындан зыян күргәндәргә ярҙам пункты асылды

автор: Людмила Терновая

Краснодар крайында ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн Өфөлә кәрәк-яраҡ йыйыу пункты ойошторолдо. Акцияның инициаторы булып «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Ярҙамға әйберҙәр йыйыу пункты Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан, ярҙам иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондарында ла «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы » ойошмаһының урындағы бүлексәләре ҡарамағында ошондай уҡ пункттар булдырыласаҡ.

Краснодар крайына гуманитар ярҙамдың тәүге партияһы ошо аҙнаның аҙағында уҡ оҙатыласаҡ.

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8(347) 298-52-62.

темалар: акциялар