7 декабрь, Шаршамбы

09 июль 2012 йыл, 16:44

Мал аҙығы культуралары республикала яртылаш йыйып алынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 548 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сабып алынған, был — планлаштырылғандың яртыһы. Биш районда үләнде беренсегә сабыу тамамланған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Баҡалы, Дәүләкән, Краснокама, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары күп йыллыҡ үлән сәселгән майҙандарҙағы һәм тәбиғи сабынлыҡтарҙағы эштәрен ослаған.

Дөйөм алғанда, 9 июлгә ҡарата Башҡортостанда 321 мең тонна бесән (45%) һәм 716 мең тонна сенаж (32%) әҙерләнгән. Бер шартлы мал башына иҫәптә был 7,3 центнер мал аҙығы берәмегенә тиң.

Республиканың 10 районында бер шартлы мал башына 10 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге һаҡлауға һалынған. Борайҙа иһә 14,4 центнер әҙерләнгән, был республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек күберәк.