4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2012 йыл, 16:03

БР Президенты тиҙ йөрөүсе «Өфө – Абдулла» электр поезын ҡараны

автор: Любовь Колоколова | фото: Александр Данилов

Тиҙ йөрөүсе «Өфө – Абдулла» электр поезы шәмбе, 7 июлдә, үҙенең тәүге рейсына юлланды. Бөтә уңайлыҡтары булған яңы составты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Был Өфөлә күптән көтөлгән ваҡиға, сөнки ул төбәктәге ҡала яны тимер юл хеҙмәтенең яңы үҫеш этабына сығыуын аңлата. Яҙғыһын «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»  электр поезына исем биреүгә конкурс иғлан иткәйне. Уның һөҙөмтәһендә яңы электр поезына данлыҡлы осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен бирергә ҡарар ителде.

Тантана алдынан республика Президенты «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы менән әҙерләнгән стендтарҙағы мәғлүмәт менән танышты. Унда Башҡортостанда тимер юл инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлектәре күрһәтелгән. Төбәк башлығының һорауҙарына яңы поезды сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашыу өсөн Өфөгә саҡырылған Куйбышев тимер юлы начальнигы Шәфҡәт Шәйҙуллин яуап бирҙе.

Өфө станцияһы вокзалында йыйылған кешеләр алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов халыҡҡа сифатлы, заманса, матур вокзал кәрәклеген билдәләне. Уның әйтеүенсә, шуға күрә реконструкцияны тиҙерәк тамамларға кәрәк.

— Беҙҙең бурыс – халыҡ өсөн барыһын да эшләү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Был ҡала яны станцияларына ла, пассажирҙар өсөн уңайлы булырға тейешле платформаларға ла, башҡа төрлө инфраструктураға ла ҡағыла.

Конкурста еңеүсегә компаниянан бүләк тапшырыу тантананың иң матур өлөшө булды. Өфөнән Марсель Давыдов плазмалы ҙур телевизор алды. Республика халҡынан ике йөҙгә яҡын тәҡдим алынған булған.

Ул арала «Өфө – Абдулла» электр поезына ултырырға саҡырҙылар, һәм республика  Президенты оҙатып йөрөүселәре менән Дим станцияһына тиклем билет һатып алыу өсөн кассаға йүнәлде.

Рөстәм Хәмитов поезда барған арала вагондарҙы ҡарап сыҡты, пассажирҙар менән аралашты, хеҙмәтләндереү сифаты менән ҡыҙыҡһынды, уңайлымы-түгелме, тип һораны. Республика башлығы машинистар кабинаһына ла үтте, унда транспорттың техник үҙенсәлектәре менән танышты. Бындай электр поездары Демиховск вагон эшләү заводында сығарыла.

Дим станцияһында Рөстәм Хәмитов вагон депоһының техник хеҙмәтләндереү пункты эшмәкәрлеге менән танышты. Уның белгестәре йөк һәм пассажирҙар ташыусы поездарҙы хеҙмәтләндерә, тауар вагондарын йөк тейәүгә әҙерләй,  күсмә составты ремонтлай. Президентҡа тауар ташыусы составтарҙы хеҙмәтләндереүсе белгестәр әҙерләнгән уҡыу полигонын да күрһәттеләр.

Билдәләп үтәйек, ЭД4М серияһындағы электр поезы юғары уңайлыҡлы: унда йомшаҡ креслолар, һауаны кондициялау системаһы, фильмдар һәм видеороликтар ҡарау өсөн плазмалы панелдәр ҡуйылған, һәр вагонда биотуалет бар. «Өфө – Абдулла» поезы бер-береһенә тимер аралыҡтар менән тоташҡан һигеҙ вагондан тора. Әлегә бөтәһендә лә телевизор булмаһа ла, Wi-Fi технологияһы буйынса интернет эшләй. Йәш пассажирҙарҙың береһе, мәҫәлән, шунда уҡ ноутбугын асып, үҙ эшенә сумды.

Вагондарҙа 114 урын бар. Ике класлы вагондар ҡаралған, шулай ҙа хаҡтар айырмаһы артыҡ ҙур түгел. Уңайлы булыуҙан тыш, был поездың төп өҫтөнлөгө – тиҙлек. Өфөнән Абдулла станцияһына тиклем элекке кеүек алты сәғәттә түгел, ә дүрт сәғәт тә 10 минутта барып етәһең. Пассажирҙар юлда тамаҡ ялғай аласаҡ, сөнки яҡын арала буфет асылырға тейеш, аҙыҡ-түлек һәм матбуғат баҫмаларын һатыу ойошторолған.

«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виталий Григорьев әйтеүенсә, шәмбе көндө асылған был рейс республика һәм Ырымбур халҡы араһында ҙур һорау менән ҡулланасаҡ. Көн һайын был йүнәлештә миллиондан ашыу пассажир йөрөй. Пассажирҙар ағымы буйынса ул төбәктәге икенсе йүнәлеш һанала.