Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала яңы уңыш игененең тәүге тоннаһы һуғып алынды

Иҡтисад

Ейәнсура һәм Көйөргәҙе районы игенселәре яҫмаларҙы йыйып, иген һуғыуға төштө. БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәренең мәғлүмәттәренә ярашлы, әле йәмғеһе 1890 кг ашлыҡ һуғып алынған.

— Республиканың һигеҙ районы хеҙмәтсәндәре ураҡ эштәрен алып бара, — тип аңлатма бирҙеләр ураҡ барышына аграр ведомствола. – Бөгөн, 9 июлдә, республиканың үҙәк райондары ла ашлыҡты урып йыйыу кампанияһына ҡушыласаҡ.

Ураҡтың тәүге аҙналарында ужым арышын яҫмаға һалалар, артабан комбайндар иген һуғыуға сыға. Киләһе аҙнанан иһә игенселәр туранан-тура урып-һуғыуға күсергә ниәтләй.

Башҡортостанда был арала дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары сабылған. 1650 гектарында иген һуғылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть