3 декабрь, Шәмбе

09 июль 2012 йыл, 12:48

Рәсәйҙә – Матәм көнө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Краснодар крайындағы фажиғәле ваҡиғалар, шулай уҡ Рәсәй автобусының Украинала һәләкәткә тарыуы арҡаһында Владимир Путин үҙенең Указы менән 9 июлде матәм көнө тип иғлан итте.

Указға ярашлы, Рәсәйҙең сит илдәрҙәге вәкиллектәрендә 9 июлдә дүләт флагтары бер аҙ төшөрөләсәк. Мәҙәниәт учреждениеларына, шулай уҡ дәүләт телеканалдарына күңел асыу программаларын һәм тапшырыуҙарын кисектереп торорға кәңәш ителгән.

Владимир Путин һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Президент Хөкүмәткә тиҙ ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле сараһын күрергә ҡушты, тип хәбәр итә дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, көслө ташҡын арҡаһында 171 кеше үлгән. Һәләк булғандарҙың күбеһе — Крымск районында йәшәүселәр. Геленджикта, Крымскиҙа, Новороссийскиҙа, Дивноморское, Нижнебаканская, Неберджаевская, Кабардинка ауылдарында 26475 кеше йәшәгән 5185 йорт, 235 ихата һыуҙан зыян күргән, тип хәбәр итә ИТАР-ТАСС. Дивноморскийҙағы һәм Новороссийскиҙағы өс балалар баҡсаһы, мәктәп, ҡала дауаханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, туберкулез диспансеры, ике һыу алыу ҡоролмаһы һыу эсендә ҡалған.

Великие Луки ҡалаһынан Украиналағы изге урынға ғибәҙәт ҡылырға сыҡҡан Рәсәй кешеләре менән автобус Киев-Чернигов трассаһының 119-сы километрында юлдан сығып оса. Авария һөҙөмтәһендә 14 кеше һәләк була,  29-ы төрлө йәрәхәттәр ала. Автобуста бөтәһе 43 кеше була.