Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Фарнборолағы халыҡ-ара авиасалонда ҡатнаша

Иҡтисад

Башҡортостандың сәнәғәт һәм фәнни-етештереү предприятиелары делегацияһы (йәмғеһе 12 компания) бөгөн, 9 июлдә, Лондон янындағы Фарнборола асылған 48-се Халыҡ-ара авиайыһан салонында ҡатнаша. Делегацияны БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкләй. Бындай ҙур күләмдәге авиация-йыһан күргәҙмәһендә Башҡортостан «Өфө – авиация технологиялары ҡалаһы» проектын тәҡдим итә.

Делегация «Гидравлика»,  «Өфө агрегат производство берекмәһе» кеүек асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең, электрохимия производстволарының, авиайыһан продукцияһын етештереүгә бәйле башҡа тармаҡтарҙың вәкилдәренән тора.  

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында билдәләүҙәренсә, Палатаның сит илдә үҙ технологияларыңды күрһәтеү өсөн консорциумдар ойоштороу тәжрибәһе бар. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл мартта Башҡортостандың нефть-газ предприятиелары делегацияһы ҙур халыҡ-ара күргәҙмә сиктәрендә Алжирҙың Хасси-Мессауд ҡалаһына барҙы, ә май айында Өфөлә ошо консорциумдың рәсми презентацияһы үтте.

Юрий Пустовгаров фекеренсә , Өфөнө бөтә донъя күләмендәге авиация һәм йыһан технологиялары үҙәге тип атарға мөмкин: бында илдәге иң яҡшы авиация заводы урынлашҡан, юғары квалификациялы кадрҙар һәм ғалимдар эшләй. Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, «донъялағы иң алдынғы һигеҙ процесс беҙҙә һәм беҙ уларҙы күрһәтергә әҙер».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть