3 декабрь, Шәмбе

09 июль 2012 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов Өфөләге социаль ашхананы ҡараны

автор: Эльмира Сабирова | фото: Рәиф Баҙыҡов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былтыр апрель айында Өфөнөң Киров районында асылған социаль ашхананы барып күрҙе. Ул килгән ваҡытта 60-ҡа яҡын кеше – башлыса, балалары менән әсәйҙәр төшкө аш ашай ине.

Республика башлығына һөйләүҙәренсә, социаль йәһәттән яҡланмаған граждандар: инвалидтар, күп балалы әсәләр, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләр, ауыр хәлдә ҡалған һәм даими йәшәү урыны булмаған граждандар социаль ашхана хеҙмәттәренән файҙалана ала.

Барыһына ла аштарының тәмле булыуын теләп, Рөстәм Хәмитов халыҡ менән ашхана эшмәкәрлеге, ризыҡтарҙың һәм хеҙмәтләндереүҙең сифаты, ассортимент тураһында һорашты.

— Бик тәмле ашаталар, һәр ваҡыт аш-һыуҙы төрләндереп торалар. Бөгөн, мәҫәлән, борщ, гуляш менән ҡарабойҙай бутҡаһы, помидорҙан салат, емеш-еләк, компот тәҡдим ителә. Балалар туңдырмаға шатлана, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Гөлнара Бакирова.

Иптәше менән ул алты бала – биш ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй. Олоһона – 18, кинйәһенә — ике йәш. Күп балалы әсәнең һаман «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланмауын ишеткәс, Президент Бакировтар ғаиләһен дүшәмбегә Республика Йортона саҡырҙы.

— Миҙалды һеҙгә шәхсән үҙем тапшырам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ошондай йәмәғәт туҡланыу учреждениелары тураһында һөйләшкәндә Башҡортостан башлығына Өфөлә бөгөнгө көндә ни бары ике социаль ашхана эшләүе тураһында әйттеләр: икенсеһе – Черниковканың Ҡулса урамында, ул былтыр июндә асылған. Ике ашхана ла Өфөнөң Мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты филиалдары нигеҙендә эшләй. Ял һәм байрам көндәренән башҡа, көн әйләнәһенә бында яҡынса 60-лаған кеше туҡлана. Бынан тыш, граждандар өсөн психологтар һәм юристарҙың консультациялары ла ойошторолған.

БР хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, ошондай уҡ ашханалар Благовещенда, Көйөргәҙе, Иглин һәм Туймазы райондарында ла эшләй.

— Был тәжрибәне бүтән район һәм ҡалаларҙа ла ҡулланыуға индерәсәкбеҙ, — тип вәғәҙә итте ведомство башлығы.

— Бындай ашханалар республиканың һәр районында һәм ҡалаһында булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Президент персоналға күсә барыусы график буйынса эшләргә тәҡдим итте, был осраҡта ашханалар ял һәм байрам көндәрендә лә асыҡ буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов комплекслы тулы төшкө аштың яҡынса хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

— Уртаса алғанда ул 60 һумға тиң, меню һәр 10 көн һайын яңыртыла, — тип яуап бирҙеләр Президентҡа.

— Ә өҫтәп аш һалаһығыҙмы? – тип һораны Рөстәм Хәмитов ашнаҡсыларҙан.

— Әлбиттә, шунһыҙ булмай, — тип яуап бирҙеләр уға.

Асылғанынан алып Рабкоров, 20 адресы буйынса урынлашҡан ашхананың хеҙмәттәренән 600 кеше файҙаланған: былтыр апрелдән алып 360 кеше ашханаға йөрөһә, быйыл уның хеҙмәттәренән 240 кеше файҙаланған. Әммә Президент менән әңгәмә барышында асыҡланыуынса, ашханаларға ихтыяж күпкә ҙур. Бөгөн уларға бер нисә мең өфөлө мохтаж. Әйткәндәй, хакимиәт башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, баш ҡалала 22 мең аҙ тәьмин ителгән ғаилә йәшәй, шуларҙың 1,5 меңе мохтажлыҡ кисерә.

Ашхананан һуң Рөстәм Хәмитов яҡындағы «Универсам»ға инеп сыҡты, унда урындағы тауарҙар ассортименты менән танышты. Байтаҡ продукттарҙың – колбаса ит, сыр, майҙарҙың – күрше төбәктәрҙән килтерелеүе асыҡланды. Президент урында етештерелгән продукттарға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы. Республика башлығы биҫтә халҡы менән аралашып, баҙар етәкселегенә бинаны ремонтларға һәм эргә-тирәһен төҙөкләндерергә кәрәклегенә иғтибар итергә саҡырҙы.

— Бигерәк төҫһөҙ бина, ремонт эшләргә, фасадын тәртипкә килтерергә кәрәк, — тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Алты арендатор тәртип булдыра алмай, табыш алыуҙарын ғына белә. Ә халыҡҡа матур сауҙа үҙәге кәрәк.