6 декабрь, Шишәмбе

06 июль 2012 йыл, 17:04

Башҡортостанда 57 урман янғыны теркәлгән: 313 гектар урман уттан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

Уҙған тәүлектә Йылайыр урмансылығы биләмәһендә бынан алдағы көндә йәшен разряды арҡаһында башланған түбәндән таралған янғын һүндерелде. Уттан ике гектар урман зыян күрҙе.

Бынан тыш, Әүжән һәм Бөрйән урман хужалыҡтарындағы ике урман янғыны туҡтатылды. Был өс янғындың дөйөм майҙаны 5,3 гектарға тиң.

18,4 гектарҙа ҡоторған йәнә бер ҙур янғын йома, 6 июлдә, иртәнге 11-ҙә Йылайыр районындағы Кананикольск урмансылығы биләмәһендә һүндерелде.

Көн элгәре Бөрйәндә теркәлгән тағы бер янғын да бөгөн һүндерелде. Унда ут алты гектар урманды зыянлаған, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығында.

2012 йылдағы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланғандан алып республиканың урман фонды биләмәһендә 57 янғын теркәлгән. Ут үткән дөйөм майҙан 313 гектарҙан артып китә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00.