6 декабрь, Шишәмбе

06 июль 2012 йыл, 16:36

«Земство табибы» программаһы буйынса 200-ҙән ашыу кеше килешеү төҙөгән

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда «Земство табибы» программаһы һөҙөмтәле эшләй.

– Бөгөнгө көндә программа әүҙем тормошҡа ашырыла. Ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге кадрҙар дефицитын кәметеү, республика халҡына күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатлы һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ булыуын тәьмин итеү – уның төп маҡсаты, – тип хәбәр итте БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев.

«Земство табибы» – Владимир Путин тарафынан былтыр иғлан ителгән биш көнүҙәк инициативаның береһе. 2012 йылдың 1 ғинуарында старт алған Программа сиктәрендә алдағы биш йыл дауамында ауылда эшләргә теләгән 35 йәшкә тиклемге белгестәр һәм уҡыу йортон тамамлаған студенттар бер тапҡыр бирелеүсе бер миллион һум күләмендәге компенсацион түләүҙәр аласаҡ. Аҡса төрлө маҡсатта, мәҫәлән, кредитты ҡаплауға, йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә файҙаланыла ала.  

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ауыл медицинаһы бөгөн меңдән ашыу белгескә мохтаж. Әлеге ваҡытта 208 табип менән тейешле килешеүҙәр төҙөлгән.