9 декабрь, Йома

06 июль 2012 йыл, 15:56

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Хөкүмәтендә биш һәм унан күберәк балалар тәрбиәләгән әсәләргә сираттағы республика наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. «Әсәлек даны» миҙалдарын Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килгән 58 ҡатын-ҡыҙ алды. Уларҙы республика Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.

— Бөгөн беҙ матур сәбәп арҡаһында йыйылғанбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте ул күп балалы ҡатындарға. — Миҙал менән бергә һеҙ йәмғиәттә танылыу алаһығыҙ. Шуны ла билдәләп үткем килә: дәүләттең күп балалы ғаиләләргә иғтибарлы ҡарашы – дәүләтебеҙ тотороҡлолоғоноң нигеҙе, ғаилә ҡиммәттәренең яҡланыуына гарантия ул. Бөгөнгө сара – йәмғиәттең әсәлек проблемаһының мөһимлеген тулыһынса аңлауына сағыу дәлил. Бала табыу, тәрбиәләү, уҡытыу – еңел эш түгел, һәм ул башлыса әсә иңендә ята. Беҙ әсәләргә иғтибарлы булырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылды Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеүе лә осраҡлы түгел. Ғаиләгә — әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү социаль сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала.  

Вице-премьер республикала дәүләт ярҙамы программаһының иҡтисади, социаль, хоҡуҡи саралар комплексынан тороуын хәтергә төшөрҙө:

— Күп балалы ғаиләләргә етди иғтибар бирелә. Улар торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙә льготаларҙан файҙалана. Күптән түгел булып үткән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар мәҙәниәт-спорт хеҙмәттәренә, йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә ташламаларҙы аҡсаға әйләндереү тураһында закон ҡабул итте.  Әгәр элек натураль льготалар менән 16 меңдән күберәк бала файҙаланһа, хәҙер ғаиләләр 52 меңдән ашыу балаға түләүҙәр аласаҡ, — тип хәбәр итте вице-премьер. —  Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж күп балалы ғаиләләр бына өс йыл инде торлаҡ сертификаттары ала. Бөтөн бала табыу йорттарында ла яңы тыуған сабыйҙар өсөн әйберҙәр йыйылмаһы бүләк ителә. Ун һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә «ГАЗель» микроавтобустары бүленә, бындай машиналар әле 64-кә етте. 2013 йылдан биш һәм унан күберәк балаһы булған әсәйҙәр ташламалар менән теш протезы ҡуйҙыра аласаҡ. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының был башланғысы Башҡортостан Президентында хуплау тапты, әле быға аҡса бүленә. Был ташлама бик күп ғаиләләр өсөн ҙур ярҙам булыр, тип ышанам.

Фидус Ямалетдинов етем балаларға дәүләт ярҙамы мәсьәләһенә айырым туҡталды.

— Республикала етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар проблемаһына етди иғтибар бирелә, — тип билдәләне ул. — Бөгөнгө көндә беҙҙә ошондай 19 мең бала бар. Республика бюджеты уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата пособие түләй, шуға ла был етем балаларҙы урынлаштырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Рәсәй Федерацияһының бер субъектында ла бындай дәүләт ярҙамы юҡ.

Республика Президенты, БР Хөкүмәте исеменән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт белдереп, вице-премьер уларға наградалар тапшырҙы.

— Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, барығыҙҙы ла хаҡлы награда менән ҡотлайым, — тип мөрәжәғәт итте тантанаға йыйылғандарға биш бала әсәһе, 3-сө Өфө поликлиникаһы педиатры Гөлнара Кравцова. — Әммә шуны ла билдәләгем килә: әгәр хәләл ефеттәребеҙҙең хәстәрлеге һәм ярҙамы булмаһа, бәхетле әсәй була алыр инекме ни беҙ, — тип ул аталарҙың оло ғаилә төҙөүгә индергән өлөшөн айырып билдәләне.  

Тантана, ғәҙәттәгесә, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.