4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2012 йыл, 14:51

Өфөлә бушлай медицина тикшереүе үтергә мөмкин

автор: Арина Рәхимҡолова

38-се Өфө поликлиникаһының Сәләмәтлек үҙәгендә июль дауамында Асыҡ ишектәр көнө үтә. Был акция ауырыуҙарҙы тиҙ арала һәм ваҡытында асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Өфө хакимиәтенең Һаулыҡ һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 йәштән алып теләге булғандарҙың барыһы ла алдан яҙылыу буйынса бушлай медицина тикшереүе үтә ала. Үҙең менән паспорт һәм медполис кәрәк буласаҡ.

Комплекслы тикшереүгә психосоматик тест, ЭКГ, РЭГ, спирометрия, пульсоксиметр, углерод әсемәһе анализаторы, смокелайзер, тән составы анализаторы аппараттарында тикшеренеү инә.

Поликлиника базаһындағы үҙәк ике йыл элек «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған. Барлыҡ тикшеренеүҙәр ҙә бер сәғәткә яҡын ваҡытты ала. Уның һөҙөмтәләре буйынса индивидуаль үҙенсәлектәрҙе һәм сәләмәтлек торошо характеристикаһын иҫәпкә алған персональ рекомендациялар менән кешенең «Сәләмәт йәшәү рәүеше картаһы» төҙөлә.  

Сәләмәтлек үҙәгенең адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 122/1.

Телефондар – 233-40-00, 235-36-16.