11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2012 йыл, 13:48

2012 йылда Башҡортостанда инвестициялар күләме 230 млрд һумға етеүе ихтимал

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылда төп капиталға инвестициялар күләме Башҡортостанда 2011-ҙәге 185 миллиард урынына 230 миллиард һумға етеүе бар. Төбәктә инвестицион әүҙемлектең артыуы тураһында йома, 6 июлдә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауҙарына ярашлы, быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестициялар күләме 230 миллиард һум самаһын тәшкил итәсәк. Былтыр был сумма 185 миллиардҡа еткәйне. Йәғни төп капиталға инвестициялар күләменең ярайһы ныҡ артыуы ихтимал, — тине ул өҫтөнлөклө инвестпроекттарҙы тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында.  

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, был күрһәткестәргә башлыса инвесторҙарға преференцияларҙы киңәйтеү арҡаһында өлгәшелгән. Мәҫәлән, ағымдағы йыл башынан инвесторҙарға табышҡа һалым буйынса ташламалар ҡаралған закондар көсөнә ингән — бер йылдан биш йылға тиклемге араға һалым ставкаһы 13,5 процентҡа ҡәҙәр кәметелгән. Инвесторҙарға һалым йөкләмәһен кәметеү тураһында закон ҡабул ителгән: хәҙер икенән алып биш миллиард һумға тиклемге суммаға баһаланыусы проект авторҙары биш йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителеүгә иҫәп тота ала, ә биш миллиард һумдан ашыу аҡса һалған инвесторҙар ун йыл һалым түләмәйәсәк.

— Ташламалар ярайһы ҙур, әммә әле һаман инвесторҙарҙың күбеһе, үкенескә күрә, уларҙың барлығын белмәй, — тип билдәләне БР Президенты. — Шуға күрә республикала эре бизнесҡа бирелеүсе яңы гарантиялар тураһындағы мәғлүмәтте потенциаль инвесторҙарҙың тағы ла ҙурыраҡ даирәһенә еткерергә кәрәк.  

Әлеге ваҡытта төбәктең инвестицион портфеленә 34 меңләп яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк 400 миллиард һум самаһы дөйөм  капитал һалыуҙар күләме менән 60-тан ашыу өҫтөнлөклө проект инә. Әлеге ултырыш сиктәрендә Башҡортостан Президенты республика өсөн өҫтөнлөклө инвестпроекттар реестрына индереү тураһында тағы ике сертификат тапшырҙы: малсылыҡ өлкәһендә ҙур инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуға ике таныҡлыҡ та «Разгуляй» компаниялар төркөмөнә эләкте.

Ултырыш һуңында БР Хөкүмәте, БР Дәүләт Йыйылышы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, һалым һәм монополияға ҡаршы хеҙмәт вәкилдәре, БР Милли банкы, Республиканы үҫтереү корпорацияһы, Төбәк фонды хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия өҫтөнлөклө инвестпроекттар исемлегенә инеүгә дәғүә иткән авторҙарҙың яңы инвестпроекттар тураһындағы докладын тыңланы.