10 декабрь, Шәмбе

06 июль 2012 йыл, 12:28

Республикала микрозаймдар биреү өс тапҡырға артҡан

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында «Башҡортостан Республикаһының Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда бирелгән микрозаймдар күләмен өс тапҡырға арттырған. 1 июлгә ҡарата Башҡортостан эшҡыуарҙарына дөйөм алғанда 483 млн һум суммаһына 696 микрозайм бирелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикала Микрозайм үҙәгенең 10 офисы эшләй. Улар эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар бирә, йылына 10 процентлыҡ ставка менән бер йылға 1 млн һумға ҡәҙәр микрозайм алыуға заявкалар ҡабул итә һәм килешеүҙәр тултыра.

Дәүләт ярҙамының был төрөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында ҙур һорау менән ҡулланыуы арҡаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 29 июнендәге ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһының Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының устав капиталын һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам күләмен арттырыуға өҫтәмә бюджет средстволарын бүлеү ҡаралған. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа федераль бюджеттан өҫтәп финанслау шарттарында  йыл дауамында йәнә 54 млн һум йәлеп итеү планлаштырыла.