Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың дөйөм тиражы 1,8 млн экземплярҙан ашып китте

Йәмғиәт

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың почта элемтәһе учреждениелары аша 2012 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса дөйөм тираж 1 млн 800 меңдән ашыу экземплярға еткән. Шуларҙың 316 мең экземпляры – республика баҫмаларына, 294,5 меңе – район, ҡала баҫмаларына тура килә.

Йола буйынса июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнеүсе Рәсәй почтаһы көнөн байрам итеү алдынан Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы шундай мәғлүмәт бирә.

«Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан филиалы – Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимовтың аңлатыуынса, йыл һайын уҡыусыларҙың биш-ун проценты, башҡа төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарына өҫтөнлөк биреп, баҫма киң мәғлүмәт сараларынан баш тарта.  

— Матбуғатҡа яҙылыу тиражын кәметеүгә юл ҡуймаҫ өсөн, беҙгә мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, — тип бедерҙе Ирек Ғәлимов.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәй төбәктәре араһында матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса Башҡортостан әүәлгесә лидер булып ҡала. Был факт июндә Өфөлә үткән «Рәсәй почтаһы»ның Волга буйы федераль округындағы предприятиеһы һәм филиалдарының идара итеү аппараты кәңәшмәһендә лә билдәләнде.  

Теги: почта
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть