3 декабрь, Шәмбе

06 июль 2012 йыл, 10:09

«Миңә ғүмер бүләк ит!» акцияһы старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда 9 июлдән 15-енә тиклем Рәсәй Федерацияһы Премьер-министрының хәләл ефете Светлана Медведева етәкселегендәге Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды менән ойошторолған «Миңә ғүмер бүләк ит!» акцияһы (аборттар менән көрәш аҙналығы) үткәрелә.

Ул йәмәғәтселек иғтибарын аборттар проблемаһына йәлеп итеүгә, шулай уҡ йөклөлөктө яһалма туҡтатыуҙы иҫкәртеүҙә медицина, йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙың көсөн берләштереүгә йүнәлтелгән.

Акция саралары иҫәбендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында асыҡ ишектәр көнө ойоштороу, кәрәкле мәғлүмәт биреүсе реклама материалдары, брошюралар таратыу, юристар, психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең консультацияларын үткәреү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Һаулыҡ һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы статистикаһы буйынса, Рәсәйҙә 100 яңы тыуған сабыйға 59 аборт тура килә. Килеп тыуған хәлдәр илдә аборттарҙы иҫкәртеү һәм уларҙың иҫәбен кәметеү, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыуҙы талап итә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау