4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2012 йыл, 9:32

«Өфө» аэропорты яңы рейстар асырға планлаштыра

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты яҡын сит илдәргә осоштар географияһын киңәйтә. Быйыл күп йыллыҡ тәнәфестән һуң Украинаның баш ҡалаһы Киевҡа рейс асылды. Киләһе йыл башында Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға рейс асыу планлаштырыла, әле был мәсьәлә әүҙем тикшерелә. 2013 йылдың йәйенән самолеттар Өфөнән Ҡаҙағстанға – Алматы һәм Астанаға оса башлай. Латвияның баш ҡалаһы Рига менән дә авиабәйләнеште тергеҙеү планлаштырыла.

Был турала «Комсомольская правда» гәзитенең төбәк ҡушымтаһы редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Тимерғазин һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әүәлерәк Өфө аэропортынан бик күп Рәсәй ҡалаларына, шул иҫәптән союздаш республикаларҙың баш ҡалаларына юлланырға мөмкин ине. Әле самолеттар Өфөнән Ереванға, Баҡыға, Ташкент, Душанбе ҡалалары һәм быйылдан башлап Киевҡа оса.

Алыҫ сит илдәргә осоштар географияһы тағы ла киңерәк. Осоштар теҙмәһендә Төркиәгә, Мысырға, Грецияға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Таиланд, Чехия, Испанияға, Кипрға һәм башҡа илдәргә рейстар күрһәтелгән.