Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Бер аҙнала 708 кеше талпандан тешләнгән

Йәмғиәт

Уҙған аҙнала республиканың 708 кешеһе талпандан зыян күргән. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпандан тешләнгән 15598 граждан мөрәжәғәт иткән. Былтыр был датаға ҡарата улар ике меңгә аҙыраҡ булған. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24 проценты, шул иҫәптән балаларҙың 63,6 проценты иммуноглобулин профилактикаһын алған.

1 апрелдән эпидемиологтар 6734 хәүефле бөжәкте тикшергән, шуларҙың 489-ы талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған булған (7,3%).

Вируслы энцефалит менән ауырыусылар иҫәбе артмаған. Бөрйән, Учалы райондарында һәм Өфөлә йәмғеһе биш ауырыу осрағы теркәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть