Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йөҙҙән ашыу Башҡортостан аграрийы «Ғаилә һөтсөлөк фермалары» программаһына инде

Иҡтисад

Һайлап алыу буйынса әле 106 ҡатнашыусы «2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү»  айырым маҡсатлы республика программаһына ингән. Комиссия үҙ эшен дауам итә. Программаны тормошҡа ашырыуға быйыл 103 млн һум күләмендә дәүләт ярҙамы ҡаралған, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Аҡса төбәк бюджетынан бүленә.

Программа тоҡомло һәм тауар малы, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреүҙе күҙаллай. Шулай уҡ электр һәм һыу менән тәьмин итеүгә бәйле сығымдар ҙа компенсациялана.

Муниципалитеттар программала әүҙем ҡатнашырға тейеш. Кредит алған осраҡта урындағы властар кредит биргән банкка гарантия бирә йәки залог менән тәьмин итә. Шулай уҡ фермаларҙың нисек тулыланыуына ҡарап, башҡалар тарафынан файҙаланылмаған бесәнлектәр һәм көтөүлектәрҙең бирелеүе лә ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть