Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

«Башнефть» республика игенселәрен льготалы яғыулыҡ менән тәьмин итә

Иҡтисад

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлендек предприятиеһы — «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аша Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәрен 2012 йылдың июленән ноябренә тиклем 53,4 млн тонна дизель яғыулығы һәм 2,7 млн тонна бензин менән тәьмин итәсәк. Яғыулыҡ поставкаларының бындай күләме РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән РФ Энергетика министрлығының килешеүендә билдәләнгән.

Башҡортостан аграрийҙарын баҫыу эштәрен үткәргәндә кәметелгән хаҡтар буйынса яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге яҙғыһын нефть компанияһы менән БР Хөкүмәте араһында төҙөлгән «2012 йылда Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә һатылыусы яғыулыҡ-майлау материалдарының айырым төрҙәренә хаҡтарҙы кәметеү йәки арттырмау тураһында»ғы килешеү буйынса көйләнә.

Документҡа ярашлы, быйыл марттан июнгә тиклем «Башкирнефтепродукт» йәмғиәте республиканың ауыл хужалығы предприятиеларын ташламалы хаҡтар менән 47,8 млн тоннанан ашыу дизель яғыулығы һәм 1,8 млн тонна бензин менән тәьмин иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть