3 декабрь, Шәмбе

05 июль 2012 йыл, 14:16

Саҡмағоштар һауым буйынса өс меңлек сикте үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йыл башынан алып Саҡмағош һауынсылары һәр һыйырҙан яҡынса 3004 кг һөт һауып алған. Был республикалағы иң яҡшы һөҙөмтә, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Былтырғыға ҡарағанда был 372 килограмға күберәк.

Тулайым һауым буйынса Стәрлетамаҡ малсылары алдынғылыҡты бирмәй. Йыл башынан улар 23 мең тоннанан ашыу һөт һауып алған.

Дүрт район аграрийҙары тәүлегенә һәүкәштән 17 килограмдан ашыу һөт һауа. Тәтешлелә – 17,4, Мәләүез районында – 17,3, Саҡмағошта – 17,2 кг, Стәрлетамаҡ районында — 17,1 кг. Башҡортостанда мул һөт осоро дауам итә.