11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2012 йыл, 14:08

Ейәнсурала яңы мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ейәнсура районының Сөләймән ауылында мәст төҙөлдө. «Башинформ» агентлығына яңы мосолман мәхәлләһенең имам-хатибы Билал Сәйфетдинов хәбәр итеүенсә, ғибәҙәт йорто бөтөн ауыл халҡы ярҙамында төҙөлгән. Сөләймәндә тыуып үҫкән эшҡыуар аҡса бирһә, урындағы халыҡ төҙөлөш материалдары менән ярҙам иткән һәм биш йыл эсендә ауылда уртаҡ тырышлыҡ менән ҡыҙыл кирбестән манаралы, ике ҡатлы бина ҡалҡҡан. Ғибәҙәтхана биш тиҫтәнән ашыу кешене ҡабул итә ала.

Мәсетте рәсми асыу тантанаһы 8 июлгә билдәләнгән. Байрамда төбәк Диниә назараты етәкселәре, район хакимиәте вәкилдәре һәм ауыл халҡы ҡатнашасаҡ.

— Эштәрҙе изге Рамаҙан айына тамамларға теләгәйнек – өлгөрҙөк, — ти Билал хәҙрәт. – Ауыл ҙур түгел – ни бары 20 ихата, мәсет эргә-тирәләге иң күркәм урындарҙың береһенә әйләнде. Күрше ауылдарҙың халҡы ла беҙгә килер, тип өмөтләнәм. Бында күмәкләп намаҙ уҡыясаҡбыҙ, дәрестәр, ифтар үткәрәсәкбеҙ, байрамдар ойоштороласаҡ.

Имам-хатип, ғибәҙәт йорто асылыуы Сөләймәндең һәм күрше ауылдарҙың рухи-әхлаҡи яҡтан тергеҙелеүенә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә.

темалар: төҙөлөш,дин