Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Дим биҫтәһенең яңы кварталын төҙөү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә

Сәйәсәт

Баш ҡаланың Дим районындағы Ухтомский, Дағстан һәм Магистраль урамдары менән сикләнгән яңы кварталды планлаштырыу проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары 15 авгусҡа билдәләнде. Ҡала Советы депутаттары сираттағы ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте.

Өфө халҡы майҙаны 21 гектарға тиң кварталды планлаштырыу буйынса үҙ фекерен белдерә аласаҡ. Торлаҡ йорттар төҙөүгә 16,5 гектар бүленгән. Бынан тыш, архитекторҙар мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөргә лә ниәтләй. Бында йәшәүселәргә уңайлы булһын өсөн яңы биҫтәлә автомобиль ҡуйыу өсөн туҡталҡалар төҙөләсәк. Проектҡа ярашлы бында 8 мең кеше йәшәйәсәк, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәмәғәт тыңлауҙары 123-сө лицейҙың ҙур залында үткәрелә. Квартал төҙөлөшө буйынса күргәҙмә материалдар менән лицейҙың ҙур залында 6 августан 14-енә тиклем танышырға мөмкин буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть