Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

2012 йыл аҙағына Сибайҙа яңы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк

Иҡтисад

Сибайҙа 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә, ул йыл аҙағына тиклем сафҡа индерелергә тейеш. Урал аръяғындағы ошо һәм башҡа төҙөлөш объекттарын БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары тикшерҙе.

Улар араһында Сибайҙың «Арҡайым» биҫтәһендәге 150 урынға иҫәпләнгән, 2011 йылдың октябрендә сафҡа индерелгән «башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы» комплексы ла бар. Заманса бина кәрәкле бар нәмә менән йыһазландырылған, уның үҙенең ҡаҙанлығы, туҡланыу блогы, медицина кабинеттары, киң спорт залы бар. Комитеттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эргә-тирәһен генә төҙөкләндерергә ҡалған.

Бынан тыш, Сибайға Чайковский урамы, 18/3 адресы буйынса урынлашҡан балалар баҡсаһы бинаһы ҡайтарылған. Унда республика һәм урындағы бюджет аҡсаһына реконструкция үткәрелгән. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы быйыл март айында асылған.

Шулай ҙа Урал аръяғы төбәгендә проблемалы объекттар ҙа бар. Баймаҡтағы 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы — улар иҫәбендә. Ул 2012 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш булһа ла, әле урынында нигеҙ соҡоро ғына ҡаҙылған. Екатеринбургтан подряд ойошмаһы контракт шарттарын үтәмәй. Район етәкселеге, компания икенсе субподрядсы табырға йәки эштән бар тартырға тейеш, тигән фекерҙә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть