Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Тәүге ярты йыллыҡта Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә 12400 эш урыны тәҡдим ителгән

Иҡтисад

Өфөлә 2012 йылдың алты айында 33 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде. Уларға эш эҙләп 19500 граждан килде.

— 658 предприятие һәм ойошма ошо арала беҙҙең йәрминкәләрҙә 12400 самаһы буш эш урыны тәҡдим итте. Вакансиялар йәрминкәһе ярҙамында тәүге ярты йыллыҡта 2100 кеше эшкә урынлашты, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, милек формаһына, ниндәй иҡтисади эшмәкәрлек алып барыуына ҡарамаҫтан, профилле йәрминкәләрҙә кадрҙарға мохтажлыҡ кисергән бөтөн эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.  

Әйткәндәй, бында барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть