6 декабрь, Шишәмбе

05 июль 2012 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт именлеге советы ағзалары менән һалым йыйыу мәсьәләһен тикшерҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы көндө Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советы ултырышын үткәрҙе. Ултырышты асып, республика башлығы Именлек советы ағзаларының иғтибарын бюджетты тулыландырыу мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы.

— Әлегә барыһы ла һәйбәт бара, — тине Президент. — Уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда һалым керемдәре 10 процентҡа артҡан, бөгөнгө көндә республика ҡаҙнаһына 43 миллиард һум һалым ингән. Былтыр был дәүмәл 38,7 миллиардҡа тиң ине. Шулай ҙа хәүефләнерлек билдәләр ҙә бар. Мәҫәлән, былтырғы йылға ҡарағанда табыштың бер ярым тапҡырға кәмеүе күҙәтелә. 1 майға предприятиеларыбыҙҙың табышы ни бары 31 миллиард һум тәшкил иткән. Килемгә һалым бюджетыбыҙҙың 30 процентын тиерлек тәшкил итә. Был күрһәткестәрҙең төшөүенә юл ҡуйырға ярамай, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ай һайын 5 миллиард һум аҡса бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы түләүгә тотонола. Хәҙер был күрһәткес даими арттырыла һәм тиҙҙән 6 миллиардҡа етәсәк. «Йыл аҙағына тиклем уҡытыусыларҙың эш хаҡын уртаса республика кимәленә, 19-20 мең күләменә еткерергә кәрәк. Быға ҙур ресурстар талап ителә. Беҙ табиптарыбыҙға, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә лә эш хаҡын арттырырға бурыслыбыҙ. Ошоноң арҡаһында һалым мәсьәләләре беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле», — тине ул.

Йәмәғәт именлеге советы ултырышына дөйөм алғанда бюджеттың 60-65 процентын тулыландырыусы республиканың эре предприятиелары етәкселәре саҡырылғайны. Президент бөтөн һалым түләүселәренең дә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарамауын билдәләне.

— Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары ла үҙ өлөшөн индерергә тейеш, әммә бында һоро схемалар ҡулланылыуы, бер көнлөк фирмалар аша аҡсаны ситкә ебәреү күҙәтелә. Минең иҫәпләүҙәрем буйынса, төрлө сығанаҡтарҙан беҙ йылына 15-20 миллиард һум самаһы һалымды алып бөтөрмәйбеҙ, — тине Президент. — Йәғни күп предприятиелар үҙҙәренә генә эшләй. Биш миллион һум иҫәпкә алынмаған табыш законһыҙ пассажирҙар ташыусыларҙың кеҫәһенә китә. Улар йыл һайын бер ярым-ике миллиард һум аҡса түләп бөтөрмәй. Баҙарҙар. Бында беҙҙең юғалтыуҙар ике – ике миллиард ярым һум менән баһалана: шикле схемалар, теркәлмәгән тауарҙар һәм башҡаһы. Беҙҙең республикала оло клиентлыҡ базаһы булған кәрәҙле элемтә операторҙары тураһында ла беренсе тапҡыр ғына һөйләмәйем, улар миллиардлаған табыш ала һәм ни бары 150-200 миллион һум һалым түләй. Ритейл: тиҫтәләгән Рәсәй компанияһы беҙҙә магазиндарын урынлаштыра, теркәлеү урыны буйынса һалым түләй, ә беҙгә уларҙан бер тин дә килмәй, — тип миҫалдар килтерҙе Рөстәм Зәки улы.

Әгәр йән башына уртаса табыш буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 23-сө урында килһә, йән башына уртаса һалым кереме буйынса республика ни бары 40-сы урында, тип билдәләне Президент.

— Һәр беребеҙ йәмғиәт торошо өсөн яуаплы. Европала ҡатмарлы процестар бара. Эре компанияларҙың директорҙары менән әңгәмәләшкәндә баҙарҙарға бәйле хәүеф һүҙҙәре ишетәм. Беҙ төҙөлөш туҡтап ҡалған, республикала социаль үҫеш булмаған, кешеләргә билде биштән быуып йәшәргә тура килгән 2008-2009 йылдарҙы яҡшы хәтерләйбеҙ. Шуға күрә республика бюджетына килеүсе аҡса ағымын кәметеү тураһында уйларға ла ярамай, — тип мөрәжәғәт итте ултырышта ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов иһә үҙенең докладын һалым хеҙмәтенең хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән хеҙмәттәшлек итеүенә арнаны, һалым йыйыуҙың ни сәбәпле кәмеүен анализланы.

— 2012 йылдың 1 июненә ҡарата республика Волга буйы федераль округы субъекттары араһында тупланма бюджетҡа керемдәр буйынса 4-се урында тора. Ә керем темптары буйынса — 13-сө урында.

— Иғтибар итегеҙ: округта 14 субъект, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Республика ҡаҙнаһына керемдәр буйынса беҙ — өсөнсө, керем темптары буйынса туғыҙынсы урындабыҙ. Керемдәрҙең төп өлөшө физик шәхестәр табышына һалым иҫәбенә ( 37,5%) һәм табышҡа һалым иҫәбенә (36,4%) формалаша. Физик шәхестәр табышына һалым кереме уҙған биш айҙа 13 миллиард һум тәшкил иткән, ә табышҡа һалым — 13,6 миллиард. Әгәр физик шәхестәр табышына һалым үҫеш темптарын һаҡлаһа, икенсе сығанаҡ менән барыһы ла һәйбәт түгел. 2012 йылда табышҡа һалымдың үҫеш темптары кәмеүенең бер нисә сәбәбе бар. Ҡыйһы бер эре һалым түләүселәр сығымдары артыуы арҡаһында алдараҡ иҫәпләнгән һалым суммаһын кәметеүҙе күрһәтеүсе аныҡланған һалым декларациялары бирә башланы. Был декларацияларға ярашлы, бюджет 3,3 миллиард һумдан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда аныҡланған декларациялар буйынса предприятиелар 500 миллион һум аҡсаһын ҡайтарып алған.

Йәнә уның әйтеүенсә, хатта эре предприятиелар ҙа табышҡа һалымды кәметеү өсөн бер көнлөк фирмаларҙы файҙалана. Һалымдан ҡотолоуҙың тағы бер «модалы» ысулы — балансҡа ҡуйыуҙан ситләшеп, мөлкәткә пошлина түләмәү: «Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән эре объекттар буйынса ла ошондай факттар бар. Бинаны рөхсәтһеҙ сафҡа индергән өсөн штраф ҙур түгел — 10-20 мең һум, ошо уҡ ваҡытта 2009-2012 йылдарҙа тикшерелгән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты», «Аҡбузат» ипподромы, «Үҙәк баҙар», «Халыҡтар дуҫлығы йорто», «Салауатбыяла» кеүек биш предприятие буйынса бюджет йыл һайын 90 миллион һум самаһы аҡса юғалта».

Статистиканан күренеүенсә, асыҡланған һалым енәйәттәренең 10 проценты буйынса ғына енәйәт эше асыла. Был факт Башҡортостан Президентын асыуландырҙы: «Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла һалым иҫәбенә эш хаҡы ала. Принципиаллек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Барыбыҙҙың да тормошо һалымға бәйле, һалым – йәшәү сығанағы. Хоҡуҡ һаҡлау органдарын, Хөкүмәт ағзаларын нисек йәлеп итеү тураһында уйлағыҙ, комиссиялар төҙөгөҙ, әүҙемерәк эш итә башлағыҙ», — тип талап итте Рөстәм Хәмитов.