4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2012 йыл, 10:09

Ейәнсурала башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә

автор: Розалия Вәлиева

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 13 июлдә башҡорт йырҙарын башҡарыусы йырсылар һәм ҡурайсылар араһында конкурс үткәрелә, тип хәбәр ителә БР Мәҙәниәт министрлығының сайтында.

Жюри конкурсанттарҙы 16 йәшкә тиклем һәм 17-нән өлкәндәр кеүек ике йәш төркөмөндә баһалаясаҡ.

Ҡатнашыусыларға ике төрлө характерҙағы әҫәр тәҡдим итергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева призына ҡатын-ҡыҙ башҡарыусылар музыкаль яҡтан оҙатыуһыҙ йыр башҡарырға тейеш. Артистың репертуарынан әҫәрҙәр башҡарыу ҙа хуплана. Ир-егеттәр «Оҙон көй», «Ҡыҫҡа көй» йәки башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарасаҡ. Улар Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Абдулла Солтанов призына көс һынашасаҡ. Ҡурайсылар өсөн дә «Ҡыҫҡа көй» һәм «Оҙон көй» башҡарыу ҡаралған.

Билдәләп үтәйек, бынан алдағы конкурстарҙа Гран-при алыусылар ижади ярышта башҡаса ҡатнаша алмай.

Урындағы башҡарыусыларҙың ижадын популярлаштырыуҙан тыш, конкурстың тағы бер маҡсаты бар, ул Үҫәргән ырыуы вәкилдәре (Башҡортостандың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Төйлөгән, Һарыҡташ райондары халҡы) араһындағы ижади бәйләнештәрҙе нығытыуҙы күҙ уңында тота.

темалар: конкурстар