6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2012 йыл, 17:09

Өфө Бөтә донъя үбешеү көнөн билдәләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йома, 6 июлдә, өфөлөләр тәүге тапҡыр Бөтә донъя үбешеү көнөн билдәләйәсәк. Йола буйынса был көндө бөтә илдәрҙә лә үбешеүгә бәйле байрам саралары, конкурстар һәм ярыштар ойошторола.  

Ваня 89 ФМ радиоһы менән берлектә Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәге менән ойошторолған байрам 19-21 сәғәттәрҙә «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында үтәсәк.

Ойоштороусылар теләге булғандарҙың барыһына ла үҙенсәлекле формала һөйгән кешең йәки дуҫың менән үбешеүеңде мәңгеләштерергә һәм иҫтәлеккә фотоны бушлай алырға тәҡдим итә.

Әйткәндәй, Бөйөк Британия Бөтә донъя үбешеү көнөнөң тыуған ере иҫәпләнә. Тап ошо томанлы Альбион буйында XIX быуат аҙағында һөйөүҙең бер билдәһе булараҡ үбешеүҙең үҙ байрамы булырға тейеш, тип тапҡандар. Ә 20 йыл элек ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән раҫланған.

темалар: байрамдар