4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2012 йыл, 16:19

Башҡортостан аграрийҙары 253 мең тонна бесән әҙерләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары 253 мең тонна бесән әҙерләне, планға ҡарата был 35 процентҡа тиң. 558 мең тонна (25%) сенаж һалынған. Аграр ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 4 июлгә бер шартлы мал башына йәмғеһе 5,7 ц мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Иң ҙур запас Яңауыл районында – 16,1, Ҡалтасыла – 12,7, в Борайҙа – 12,5, ә Благовещенда 12,4 ц мал аҙығы берәмеге һаҡлауға һалынған.

Сабылған мал аҙығы культураларының майҙаны 438 мең гектарға еткән (40%). Борай районында (52%), Дәүләкәндә (50%), Мишкәлә (54%), Нуриманда (67%), Яңауыл (77%) районында майҙандарҙың яртыһынан ашыуында мал аҙығы культуралары сабып алынған.

Баҡалы районы ауыл хужалығы предприятиелары иһә үләндәрҙе беренсегә сабыуҙы тамамлаған.