11 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2012 йыл, 16:05

Көйөргәҙелә бер быуаттан һуң Икенсе ҡурайсылар съезы үтте

автор: Людмила Терновая

100 йылдан һуң Көйөргәҙе районында Икенсе ҡурайсылар съезы үтте.

Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар съезында ике меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостандың 27 районынан һәм алты ҡалаһынан 400-ҙән ашыу башҡарыусы ҡатнашты.

Байрам саралары башланыр алдынан Кинйәбыҙ ауылында Беренсе ҡурайсылар съезын үткәреүгә 100 йыл тулыуға арналған стела асылды. Мемориал урыны осраҡлы һайланмаған. Тап ошо ауылда 1913 йылдың көҙөндә Яҡуп олоҫо үҙәге идарасыһы Ғәзиз Хәлиловтың башланғысы менән Беренсе ҡурайсылар съезы үткән. Байрам артабан Һабантуй яланында дауам итте.

Көйөргәҙеләр тарафынан яҡташтары һәм ҡунаҡтар өсөн ойошторолған тантана сағыулығы, күркәмлеге менән хайран итте.  

Сәхнә алдындағы майҙанда театрлаштырылған тамашалар үҙгәреп торҙо. Тамашасылар алдынан республиканың иң яҡшы ҡурайсыларының парады үтте. Байрамдың иң оло ҡатнашыусыһын — Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, 84 йәшлек аҡһаҡал Абдулла Солтановты халыҡ оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алды.  

Байрам сиктәрендә йәнә киләсәк быуынға мөрәжәғәт һалынған символик капсула һәм иҫтәлекле таш һалынды. Ҡурайсыларҙың икенсе съезы Көйөргәҙе районының иҫтәлекле урындарына экскурсия менән тамамланды.

темалар: байрамдар