Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң яңы өс урамына исем бирелде

Сәйәсәт

Ҡала Советының сираттағы ултырышында баш ҡала депутаттары Өфөләге өс урамдың исемен раҫланы. Бында Өфөнөң Дим һәм Октябрь райондарындағы яңы барлыҡҡа килгән урамдар тураһында һүҙ бара, тип аңлаттылар ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.

Депутаттар Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзының үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе, хәҙер Нуғай ҡасабаһындағы урам РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөхәмәт Арсланов исемен йөрөтә.

Кустаревское күле янында урынлашҡан биҫтәләге урамдарҙың береһенә күренекле архитектор һәм ғалим Барый Кәлимуллиндың исеме бирелде. Ул Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Баймаҡ ҡалаларының һәм Өфөнөң бер нисә районының генераль планы авторы.

Ошо уҡ биҫтәләге тағы бер урам БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Евгений Столяров хөрмәтенә аталды. Дим районы хакимиәте менән «Башнефть» берекмәһе ветерандары уның исемен ошо рәүешле мәңгеләштерергә тәҡдим иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть