6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2012 йыл, 13:37

Республикала ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәренә 1 млрд 200 млн һумдан ашыу аҡса бүленде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә һәм коммуналь предприятиеларға ярҙам итеүгә 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде. Быйылғы финанс ярҙамы уҙған йылдағы сумманан күпкә артығыраҡ. Аҡса субсидиялар сифатында муниципаль биләмәләр бюджетына йүнәлтеләсәк, тип аңлаттылар был ҡарарҙы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Ошо финанс ресурстар иҫәбенә инженерлыҡ селтәрҙәре, ҡорамалдар ремонтланасаҡ һәм алмаштырыласаҡ, резерв яғыулыҡ запасы һатып алынасаҡ.  

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йәмғеһе 1,5 меңләгән ҡаҙанлыҡты, 62 үҙәк йылытыу пунктын, ике мең километрҙан ашыу оҙонлоғондағы йылытыу селтәрҙәрен һәм 14 мең км һыу селтәрҙәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә кәрәк.

74 км туҙған йылытыу селтәрҙәре һәм 250 км һыу торбалары яңыртыуға мохтаж.

Субсидияларҙы үрҙә күрһәтелгән сараларҙы урындағы бюджеттан өҫтәп финанслауҙы тәьмин иткән райондарҙың барыһы ла аласаҡ.